Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 299 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Image

Image

Көн рәсеме

Image
Image

Иммануи́л Кант 22 апрель 1724 — 12 февраль 1804философ, немец классик (Мәғрифәтлек дәүере һәм Романтизм осоро) философияһына нигеҙ һалыусы.

1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.

Дәрестәр биреү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Кенигсберг университетында приват-доцент, 1770 йылдан профессор була. И. Канттың фәлсәфи эшсәнлеген ике дәүергә бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — тәнҡитсел дәүергә тиклем (70-се йылдар башына тиклем), икенсеһе — тәнҡитсел дәүер йылдары. Кант үҙ ижадының беренсе дәүерен тәбиғәт фәндәрен һәм тәбиғәт фәлсәфәһен ижад итеүгә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәттәрендә тәбиғәттәге үҙгәреш процесстары мәсьәләһе ҡуйыла.

1755 йылда Кант диссертация яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. 40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай.

Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758—1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессор вазифаһын һорап хат яҙа.

↪ дауамы…

Image

Image

Шуларҙы беләһегеҙме?

  • «Хәҙергә йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…» тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
  • Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла үткәрелә.
  • Башҡортостанда беренсе космонавт Ю.А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйыла.
  • «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса 1944 йылда Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Лев Cтепанов музыкаһына балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
  • Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәре докторы, профессор С.И.Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
  • Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ - «Берәҙәк»кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Башҡорт уғы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 11 сентябрь ♦ Кисәге: 10 сентябрь ♦ Иртәгә: 12 сентябрьБарлыҡ көндәр

Image Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Image Халыҡ-ара
Image Милли

Төбәк байрамдары

Image Һөнәри
  • Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Ҡотҡарыусылар көнө.
  • Аргентина Аргентина: Уҡытыусылар көнө.
  • Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең тәрбиә эштәре буйынса белгестәре көнө.
    • Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса подразделениелары көнө.

11 сентябрь юбилярҙары

Image

Сыр — сыр эшләргә яраҡлы һөттән эшләнә. Һөттө ферменттар йәки һөт ойотҡос бактериялар ярҙамында эретеп, шулай уҡ төрлө һөт ризыҡтарын махсус тоҙҙар ярҙамында эркетләндереү юлы менән дә сыр эшләйҙәр.

Урыҫ телендәге «сыр» һүҙе бор.-урыҫ. сыръ, йәғни рус. сырой йә башҡ. сей һүҙенә барып тоташа.

Сырҙа аҡһым (25 % етә), май (60 % етә) һәм аш тоҙон иҫәпләмәгәндә , минераль матдәләр 3,5 % етә. Сыр аҡһымдар һөттөкөнә ҡарағанда еңелерәк үҙләштерелә. Экстрактив матдәләре аҙыҡ эшкәртеүсе биҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай, аппетитты аса. Сырҙағы туҡлыҡлы матдәләрҙе организм тулыһынса тиерлек эшкәртә (98—99 %). Был ризыҡта A, D, E, B1, B2, B12, PP, C витаминдар, пантотен кислота һәм башҡалар бар. Майлылығы һәм аҡһим миҡдары буйынса сырҙың энергия биреү ҡеүәте төрлөсә. Сыр һөт концентраты кеүек: аҡһымдар, май, минераль матдәләр шул уҡ нисбәттә, кальций менән фосфор ҙа тейешле кимәлдә.

Эшләнешенә ҡарап ҡаты, йомшаҡ, тоҙлоҡло һәм эшкәртелгән (ҡайнатылған) сырҙарға бүлеп йөрөтәләр. ↪ д а у а м ы…