Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеКолчак Александр Васильевич (4 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920). Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918). 1920 йылдың ғинуарында аҡтар ғәскәрҙәре сигенгән һәм сит ил интервенттарын Себерҙән эвакуациялаған саҡта уны Иркутскиҙа Чехословак корпусы командованиеһы тарафынан урындағы властарға чехословак эшелондарының һәм союздаш хәрби миссияларының Владивостокка иркен үтеп йөрөүенә алмашҡа тотоп ҡайтаралар. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы атып үлтерелә. Колчактар нәҫеле Рәсәй империяһының служивый дворянлыҡҡа ҡараған, байтаҡ ҙур булған, төрлө быуындарҙа уның вәкилдәре йыш ҡына хәрби эшмкәрлеге менән. Колчактың ата-бабаһы Ислам динен ҡабул иткән Босния сербы, төрөк хәрби начальнигы булған тигән версия бар. Хәҙерге тарихсылар, Колчактар Рәсәйҙә 1793 йылдағы Польшаның икенсе бүленешенән һуң барлыҡҡа килгәндәр, тип билдәләйҙәр.
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016). Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998). Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған. 1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә. |


